Балаларға ике меню әҙерләнгән. Уларҙа сәләмәт туҡланыу талаптары, диетолог һәм нутрициологтарҙың тәҡдимдәре иҫәпкә алынған. Был турала Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығының бүлек етәксеһе Регина Аҡмалова белдерҙе. Мәктәп ашханаһында порциялар балаларҙың йәшенән сығып талап ителгән калорийҙар күләме буйынса иҫәпләгән. Уҡыусыларға тәҡдим ителгән аш-һыу төрлөләндереп тәҡдим ителә.
Шишмә районының «Туҡланыу үҙәге «нә балаларҙы тәмле һәм файҙалы ризыҡтар менән туҡландырыу бурысы йөкмәтелгән. «Сифат йондоҙо» федераль наградаһына эйә булған ойошма эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Цех көнөнә 22 мең дана кәтлит әҙерләй. Улар 14 райондың мәктәп һәм балалар баҡсаһына ебәреләсәк. Шишмә районында урынлашҡан «Туҡланыу үҙәге» был тармаҡта 15 йылға яҡын эшләй. Ошо ваҡыт эсендә эшселәр ярымфабрикаттарҙы тәмле итеп әҙерләү серенә күптән төшөнгән. Әлбиттә, бәләкәй ҡулланыусыларға ярау - ҡатмарлы эш.
Бында алты төрлө ит ризыҡтары етештерелә. Өҫтәүенә, йәшелсә, икмәк ризыҡтары цехтары эшләй.
Бакалея тауарҙарын айырым складтарҙа, ә ит һәм майҙы һыуытҡыстарҙа һаҡлайҙар. Балалар продукцияһы махсус маркировкаланған. Әйткәндәй, сеймал тик Башҡортостан етештереүселәренән генә һатып алына. Логистик үҙәктән 600 мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениеға аҙыҡ-түлек оҙатыла. Уларҙың күбеһенә беренсе сентябргә тәүге партиялар ебәрелгән дә инде. Яңы уҡыу йылынан уҡыусыларҙы яңы меню көтә.
Махсус меню лактозаһыҙ, шәкәр диабеты һәм фенилкетонурия менән сирләүселәр өсөн айырым төҙөлә. «Туҡланыу үҙәге» Башҡортостандың тағы өс компанияһы менән Бөтә Рәсәй етештереүселәр конкурсын еңеп сыҡҡан. Уларға «Рәсәйҙең сифат йондоҙо» наградаһы тапшырылды.
Балалаҙы туҡландырыу һорауын республика етәксеһе Радий Хәбиров контролдә тота. Оператив кәңәшмәлә ул ризыҡтарҙы ентекле тикшерергә ҡушты.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, башланғыс синыф уҡыусылары бушлай йылы ризыҡ менән туҡланасаҡ. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балаларына льготалар һаҡланған. Был маҡсатта барлығы 3 миллиард 600 һум аҡса бүленгән.
Әлфинә Килдейәрова