Әсә наҙын бүләк итеүсе бала табыу йортона сәфәр. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн Республика перинаталь үҙәгенә махсус тур ойошторолдо. Журналистар медицина учреждениеһының бөгөнгө мөмкинлектәре менән яҡындан танышты. Йылына 10 меңдән ашыу сабый ауаз һалған перинаталь үҙәк ил кимәлендә иң ҡеүәтлеләрҙән иҫәпләнә. Теманы хәбәрсебеҙ Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Республика перинаталь үҙәге. Аҡ халатлылар бында әсә булырға теләгән һәр гүзәл затҡа ярҙам итергә әҙер. Медицина учреждениеһында бала тапҡанда кесарь киҫеме ысулы ла уңышлы ҡулланыла. Сираттағы операция барышын мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә лә күҙәтеү мөмкинлеге бирелде.
Турҙа ҡатнашыусы журналистарҙың медицина учреждениеһына тәүгә килеүе ине. Шулай ҙа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйсән Закирова бынан өс йыл элек тап республика перинаталь үҙәгендә әсә булыу бәхетен кисергән.
Перинаталь үҙәктә журналистар әмәлиәт залынан тыш, бала табыу бүлмәһе, яңы тыуған сабыйҙар палаталарын да ҡараны.
Етлекмәй тыуған балаға ғүмер бүләк итеү өсөн табиптар күп көс һала. Бәпестәрҙе ҡараңғы, йылы һәм тыныс урында ҡарап үҫтерәләр. Инкубаторҙарҙа температура һәм дым кимәле тикшерелеп тора. Аҡ халатлылар әйтеүенсә, кескәйҙәр күҙгә күренеп үҫә.
Республика перинаталь үҙәге табиптар артабан да ата-әсәләр менән бәйләнеште өҙмәй, баланың үҫешен дә күҙәтә. Улар өсөн һәр сабый ғүмере алтынға бәрәбәр.
Азат Ғәлиуллин