1 сентябрҙә Башҡортостанда 7 мәғариф кластеры асыла

Улар “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы булдырылған. Химия буйынса ойошторолған мәғариф-етештереү үҙәге Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы нигеҙендә була. Тау-байыҡтырыу тармағыныҡы – Учалы тау сәнәғәте, машиналар эшләү кластеры – Стәрлетамаҡ политехник колледжында асыла. Бөрө медицина-фармацевтика колледжында “Клиник һәм профилактик медицина” йүнәлеше буйынса кластер эшләй. Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы колледждарҙа “Педагогика” тармағына ҡараған 3 кластер булдырылған. Ҡабул итеү кампанияһы барышында “Профессионалитет” программаһы буйынса белем алыуға 9 меңдән ашыу ғариза тапшырылған. Мәғариф-етештереү үҙәктәрендә 5 меңдән ашыу 1 курс студенты белем аласаҡ. Федераль проект оҫта белгестәр әҙерләү маҡсатын ҡуя.