Өфөлә Белем көнөндә ҡайһы бер урамдар ябыла

Мәктәп, колледж һәм университеттарҙа  байрам линейкалары  уҙғарыла. Рәсәй  урамында ла машиналар йөрөшө сикләнә. Бында  "Профессионалитет" федераль проекты  буйынса  сара  уҙғарыла.  Шулай  уҡ  Ҡулса урамының бер өлөшө ябыла. Өфө дәүләт нефт-техник университеты "1-се курстар фестивале"н ойоштора. Белем көнөндә, йылдағыса урамдарҙа машиналар хәрәкәте  тығыҙ була, тип  хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.