Ял көндәрендә Өфөнөң тарихи үҙәгендә урамдар ябыла

Сикләүҙәр Өфө халыҡ-ара марафонын уҙғарыуға бәйле индерелә. 2 сентябрҙә көндөҙгө 12-нән Зәки Вәлиди урамының Карл Маркс һәм Совет урамына тиклемге өлөшөнән транспорт менән үтеп булмай. Был арауыҡ 3 сентябрҙә төнгө 11-ҙән һуң асыла. 3 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-нән көндөҙгө дүртенсе яртыға тиклем Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карл Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Крупская, Киров, Коммунистик һәм Театр урамдары өлөшләтә ябыла. 5-се һәм 16-сы трамвайҙар хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла.