Башҡортостанда етем ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү йылдам хәл ителә

Башҡортостанда етем ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса 1 августҡа тиклем ҡуйылған план арттырып үтәлгән. 400 тирәһе кеше фатирлы булырға тейеш булһа, әлегәсә 527 етем торлаҡ туйлаған. Шуға ҡарамаҫтан, үҙ квадрат метрҙарына сират тороусылар бар.

Бәләбәйҙә балалар йортонда тәрбиәләнгән 15 үҫмер дәүләт иҫәбенә фатир менән тәьмин ителгән. Йорт туйлаусылар менән Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов осрашты. Уның әйтеүенсә, етем ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау власть органдарының өҫтөнлөклө эшмәкәрлеге. Бәләбәйҙә әле тағы бер торлаҡ йорт төҙөлә. Унда 13 фатир тап етемдәр өсөн һатып алынған.

Улар бит йәштәр. Тиҙҙән ғаилә ҡорасаҡтар, ҡайһы берҙәре әле үк өйләнешкән. Шуға күрә фатирҙы ла үҙәктә, барлыҡ уңайлыҡтары, инфраструктура, социаль объекттары булған ихаталарҙа бирергә тырышабыҙ.

Азат Сәхәбиев, Бәләбәй районы хакимиәте башлығы