Башҡортостанда гриппҡа ҡаршы вакцинация башланды

Быйыл республикала 1,8 миллион кешенең грипптан прививка эшләтеүе көтөлә. Вакцинацияға тәүгеләрҙән булып Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡушылды. Прививка сирҙе иҫкәртеү, ауырыуҙан ҡатмарлы осраҡтарға юл ҡуймау, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн һөҙөм­тәле алымдарҙың береһе булып тора.

Өфөнөң 1-се поликлиникаһында вакцинация кампанияһы йылдағыса әүҙем ойошторолған. Прививка яһатыу тәү сиратта өлкән йәштәге граждандарға, педагогтарға, табиптарға һәм мәктәп уҡыусыларына кәңәш ителә. Гриппҡа ҡаршы прививканы алты айға тиклемге сабыйҙарға, хроник сир киҫкенләшкән саҡта, ауырыған мәлдә эшләү тыйыла. Шул уҡ ваҡытта ауырыған кешенең температураһы төшкәндән һуң, вакцина һалдырыу рөхсәт ителә.