Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар шифаханала һаулығын нығыта

Әле 220 яугир ошондай мөмкинлек менән файҙаланған. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе Хәрбиҙәр өсөн башҡа ярҙам саралары ла ҡаралған, 80-дән ашыу кешегә белем алыу өсөн 50 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылған. Бынан тыш газ үткәреү өсөн 100 мең һумлыҡ 206 сертификат бирелгән.