Изгелек марафоны. Баймаҡта яңы уҡыу йылы алдынан урындағы инвалидтар ойошмаһы мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн хәйриә сараһы ойошторҙо.
Спорт ярыштары, күңелле уйындар. Белем көнө алдынан райондың инвалидтар ойошмаһы изгелек байрамы уҙғарҙы. Сараға килгән балаларҙың һаулыҡтары сикле булһа ла, тормошҡа булған һөйөүҙәре, ижади ынтылыштары юғары. Бай программа һәр кемгә күңелле ял минуттары бүләк итте.
Инвалидтар ойошмаһы тарафылған үткәрелгән мәрхәмәтлек акцияһына һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы адреслы ярҙам күрһәтте, «Ғаилә» үҙәге иһә мохтаж ғаиләләргә мәктәп кәрәк-яраҡтары бүлде. Сара барышында, шулай уҡ, төрлө ведомство белгестәре ҡабул итте, күргәҙмәләр эшләне.
Мәрхәмәтлек акцияһының икенсе өлөшө иһә Халыҡ ижады үҙәгендә дауам итте. Концертта урындағы үҙешмәкәр артистар һәм сәләмәтлектәре яғынан мөмкинлектәре сикләнгән бәләкәй йондоҙсоҡтар ҡатнашты. Тантанала йыл дауамында инвалидтар ойошмаһы менән әүҙем эшләүселәр тәбрикләнде.
Баймаҡ ҡалаһында Изгелек марафоны йыл да ойошторола. Саранан килгән ярҙам ойошмала иҫәптә торған мохтаж ғаиләләргә һәм уның программмаларын үҫтереүгә йүнәлтләсәк. Мәрхәмәтлек акцияһы бишенсе сентябргә тиклем дауам итә.
Альбина Байегетова