Уҡыусылар сүп-сарҙы сорттарға бүлеп йыйырға өйрәнә

Рәсәй экология операторы мәктәптәрҙә фандоматтар урынлаштырырға тәҡдим итә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында был башланғысты хуплағандар. Проект бер нисә төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда һынала. Мәктәп уҡыусылар сүп-сарҙы сортына ҡарап айырым һауыттарға ташлай, бының өсөн уларға балдар яҙыла. Был балдарҙы мәктәп ашханаһында файҙаланырға мөмкин.