Август айында Башҡортостанда 900-ҙән ашыу кеше хәрби хеҙмәт үтеүгә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Ә йыл башынан алып 5 меңдән ашыу яҡташыбыҙ Ватан алдында бурысын үтәргә теләк белдергән.
Хәрби хеҙмәткә 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр, айырым осраҡта 65 йәштәгеләр ҙә ҡабул ителә. Рядовойҙар өсөн контракт төҙөү ваҡыты алты айҙан башланһа, офицерҙар өсөн 3 йылдан 5 йылға тиклем. Хәрби комиссариаттан белдереүҙәренсә, контрактты армияла булмағандар ҙа төҙөй ала. Һайлап алыу пункттарында Рәсәй ҡораллы көстәре сафына инергә теләүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә.