Саҡмағош районы мәктәбе үҙ продукцияһын мәктәп туҡланыуында ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты

Саҡмағош районының өс белем усағы мәктәп уҡыусыларын туҡландырыу буйынса йәмәғәт рейтингын төҙөү федераль пилот проектында ҡатнашҡан. Райондың14 мәғариф учреждениеһында уҡыусыларҙы төшкө ҡайнар аш менән туҡландырыуға сит ойошмалар йәлеп ителмәй, аш-һыу мәктәп ашханаларында әҙерләнә. Саҡмағош ауылы ғимназияһы «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәп ашханаһы « Бөтә Рәсәй конкурсында призлы урын яулаған. Был мәктәптә яңы уҡыу йылынан балалар нисек туҡланасағын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Саҡмағош гимназияһы уҡыусылары мәктәп яны участкаһында йәй буйына сиратлап практика үтә. Хеҙмәт тәрбиәһе ала. Эшкә башлыса өлкән класс уҡыусылары йәлеп ителә.

Ҡышҡыһын үҫтерелгән йәшелсә санитар талаптарға яуап биргән шарттарҙа һаҡлана. Уҡыу йылы барышында ашнаҡсылар яңы нормалар буйынса төҙөлгән рецепттарға ярашлы туҡлыҡлы һәм витаминлы салаттарҙың бер-нисә төрөн әҙерләйәсәк.

Район мәктәптәренең 99 процентында уҡыусыларҙы йылы аш менән туҡландырыу ойошторолған. Һәм мәктәптә ике аҙналыҡ менюға ярашлы аш-һыу әҙерләнә.Яңы уҡыу йылына аҙыҡ-түлек запасы етәрлек күләмдә тупланған. Аҙыҡ төрҙәре айырым бүлмәләрҙә һәм һыуытҡыстарҙа һаҡлана.

Ашнаҡсыларға ла яңы уҡыу йылынан яуаплылыҡ арта. Малай-ҡыҙҙар сифатлы һәм ваҡытында туҡланһын өсөн кухня хеҙмәткәрҙәре иртәнге алтынан хеҙмәт вахтаһына баҫасаҡ

Яңы уҡыу йылынан Саҡмағош районы мәктәп ашханалары ла яңы туҡланыу нормалары буйынса эшләйәсәк. Порциялар балаларҙың йәшенән сығып талап ителгән калорийҙар күләме буйынса иҫәпләнгән.

Йәштәрҙең сәләмәтлек нигеҙе -дөрөҫ туҡланыуҙа. Был ашханала яңы уҡыу йылынан 1200 бала туҡланасаҡ. Саҡмағош гимназияһы уҡыусылары өҫтәлендә үҙҙәре үҫтергән файҙалы йәшелсәләрҙән тыш, яңы раҫланған меню буйынса туҡлыҡлы һәм тәмле аштар ҙа буласаҡ.

Гүзәл Борханова