Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара

Быйыл  7 айҙа 1 миллион 760 мең квадрат метр файҙаланыуға тапшырылған. Был уҙған йылдың ошо осоронан 5 процентҡа күберәк. Статистика баҡса ерҙәрендә  төҙөлгән йорттарҙы ла иҫәпкә алған. Башҡортостанда киләсәктә йыл һайын 3 миллион квадрат метр торлаҡ  төҙөү маҡсаты  ҡуйылған.