Башҡортостан халҡының үҙ эшен башлау өсөн 350 мең һум алыу мөмкинлеге бар

Субсидия социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһы буйынса бирелә. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был түләү халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә теркәлгәндәр өсөн тәғәйенләнә. Программа шарттарына ярашлы, бизнес-проект, финансты тотоноу планы булырға тейеш. Быйыл республика эшҡыуарҙарға  2 миллиард һумдан ашыу  ярҙам бүленде.