Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан һәм уларҙың яҡындарынан 1 мең 600 мөрәжәғәт эшкәрткән. Улар социаль селтәрҙәрҙән, телефон һәм шәхси рәүештә ҡабул ителгән. Был турала төбәк комитеты эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға арналған матбуғат конференцияһында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Мөрәжәғәт итеүселәр башлыса юридик, медицина һәм психологик ярҙам һорап килә. Шулай уҡ ташламалар, социаль түләүҙәр, дауаланыу юллап килеүселәр ҙә күп.
Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты етәксеһе Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Мөрәжәғәттәр уртаса ике көндә, бюрократияһыҙ хәл ителә. Власть органдары менән дә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек ойошторолған, тине федераль комитет етәксеһе Юлия Белехова. Ленара Иванова әйтеүенсә, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам исемлеге федераль үҙәктекенә ҡарағанда ла күберәк.