Радий Хәбиров ысын күңелдән граната шартлатырға янаған яугирҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырышыуы тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы уның яҡындары һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм яугир Илдар Б-ны ерләүҙе ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алыуын белдерҙе.
«Миңә бик йәл. Мин ысын күңелдән уның ғүмерен ҡотҡарырға тырыштым. Хаталанһа ла минең өсөн ул һалдат. Һәр кемдең үҙ юлы. Әммә береһенең дә ҡорал менән янап, көс ҡулланыу аша талаптарын ҡуйырға хаҡы юҡ»,-тип белдергән Радий Хәбиров.
Илдар Б 2 август Нуғай шоссеһында яғыулыҡ ҡойоу станцияһын грата менән шартлатырға янағайны. Ваҡиға урынында , тәртип һаҡлау органдары эшләне. Хәрби Радий Хәбиров менән һөйләшкәндән һуң, теләгенән баш тартты. Уның үҙе хеҙмәт иткән частте ташлап китеүе билдәле. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Социаль селтәрҙәр аша билдәле булыуынса, Илдар Б тәфтиш изоляторындағы камераһында үҙ-үҙенә ҡул һалған.