Республикала шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу башланды

Татлы сеймал баҫыуҙарҙан шәкәр заводтарына ташыла. Яҡын арала улар шәкәр сығарыуға тотонасаҡ. Быйыл татлы тамыр уңышы мулмы? Шишмә шәкәр заводынан Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.

Завод биләмәһенә инер алдынан, татлы тамыр тейәгән машиналар үлсәү аша үтә. Артабан сеймал лабораторияла тикшерелә. Бында батҡаҡтан һәм таштан таҙартылған татлы тамырҙа шәкәр торошо билдәләнә. Шәкәр миҡдары 16 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Шишмә шәкәр заводына сөгөлдөр республиканың 10 районынан килтерелә. Әлегә бында машиналар сағыштырмаса аҙ. Сөнки миҙгел башланып ҡына тора. Татлы тамыр махсус соҡорҙар эргәһендә өйөлә. Уларҙы таҙартыу өсөн махсус машина файҙаланыласаҡ.

Бөгөнгә уңыш күләмен баһаларға иртәрәк. Шулай ҙа Шишмә заводында 800 мең тонналап уңыш көтәләр. Әле заводта инвестиция проекты сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре алып барыла, техника яңыртыла. Киләсәктә татлы тамыр баҫыуҙары майҙандарын киңәйтеп, етештереү күләмен тағы ла арттырыу ҡарала.

Быйылғы миҙгелдә заводтың етештереү күләмен 10 процентҡа арттырып, тәүлегенә 5 мең тонна шәкәр етештерергә ниәтләйҙәр. Һуңғы йылда продукцияны Ҡытайға һатыуға сығара башлағандар. Шәкәр сит илдәргә лә, үҙебеҙгә лә етәсәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина