Башҡортостанда бер юлы өс фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Быйыл Нуриман һәм Иглин райондарына ҡараған яңы медицина учреждениелары тәүгеләрҙән булып лицензия алған. «Сәләмәтлек» милли проектының «Беренсел звеноны яңыртыу» төбәк программаһы буйынса төҙөлгән объекттар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Әминә Әбдрәхимова йәшәгән урыны буйынса беренсе тапҡыр медицина хеҙмәткәренә күренеп, ҡан баҫымын үлсәтте. Быға тиклем Иглин районы Шаҡша ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтөнләй булмаған, урындағы халыҡҡа егерме саҡрым алыҫлыҡтағы поликлиникаға йөрөргә тура килгән. Яңы социаль объект асылыуы барыһы өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға.

Иглин районы Үҙәк район дауаханаһы ҡарамағында 43 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, Шаҡшалағы яңы медицина учреждениеһы 466 кешене хеҙмәтләндерә башланы. Бында халыҡты ҡабул итеү, процедуралар яһау өсөн бөтә шарттар булдырылған, заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Һыу бар, бүлмәләр йылы.

Быйыл Башҡортостанда 75 фельдшер акушерлыҡ пунктын асыу планлаштырылған. Күбеһе буйынса төҙөлөш тамамланған, лицензия алыу мәсьәләһе хәл ителә. Иглин районына килгәндә, Шаҡшанан тыш, Турбаҫлы ауылында ла яңы медицина учреждение сафҡа индерелде. Ул ярты меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә

Быға тиклем беренсел медицина ярҙамы авария хәлендәге бинала күрһәтелһә, хәҙер заманса шарттарҙа һаулыҡты тикшертергә мөмкин. Урындағы хакимиәт етәкселеге билдәләүенсә, яңы объект урындағы халыҡ мөрәжәғәте буйынса күтәрелгән.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты менән Фәнис Сәфиуллин етәкселек итә. Белгес билдәләүенсә, яңы медицина учреждениеһында гриппҡа ҡаршы вакцинация башланған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикала ауыл медицинаһын яҡшыртыу эше дауам итә. «Һанлы фап» тип исемләнгән пилот проект тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә медицина учреждениелары һанлы сервистар менән тәьмин ителә.

Иглин районында иһә беренсел звеноны яңыртыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Йыл аҙағына тиклем тағы ла ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, табип амбулаторияһы һәм дөйөм практикалы табиптың офисын асыу планлаштырыла.

Гөлназ Хәйбуллина