Башҡортостан кинотеатрҙарында «Төньяҡ амурҙары» анимация фильмы прокатҡа сыҡты

«Төньяҡ амурҙары» - республикала төшөрөлгән тәүге тулы метражлы йәнһүрәт. Сюжет нигеҙенә 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙың тарихы алынған. Тап француздар уҡ-йәйә менән оҫта эш иткәндәре өсөн башҡорт атлыларын «Төньяҡ амурҙары» тип атай. Анимация фильмы тотош ил буйлап күрһәтеләсәк. Шуға күрә лә ул ике телдә - башҡортса һәм русса донъя күрҙе. Проект өҫтөндә Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Муха» студияһы эшләгән. Таҫманың Рәсәй кимәлендә премьераһы 12 октябргә тәғәйенләнгән.