Республиканың милли музейында «Яңырыуҙан модернға тиклем» күргәҙмә асылды

Рәсәй Үҙәк тарих музейы фондынан уникаль экспонаттар. Көмөш һауыт-һаба, кубоктар менән Республиканың милли музейында танышырға мөмкин. «Яңырыуҙан модернға тиклем» тип аталған күргәҙмәлә Көнбайыш Европаның 16-20 быуаттарҙа көмөштән етештерелгән сәнғәт өлгөләре урын алған. Вазалар, батмустар, тәрилкәләр, аш-һыу приборҙары, хатта ҡомғандар көмөштән ҡойолған. Күбоктарҙы ювелирҙар зиннәтле таштар менән биҙәгән. Уникаль күргәҙмә проекты сәнғәт стилдәренең үҫеше, ҡиммәтле металдарҙың кешелек һәм сәнғәт тарихында ролен сағылдыра.

Күргәҙмәнең һәр бүлеге айырым осорҙо һәм сәнғәт стилен сағылдыра. Һуң ренессанс, барокко, рококо, классицизм, ампир, модерн стилдәрендәге һауыт-һабалар эшләнеше ысулдары ювелирҙарға стиль концепцияларын өйрәнергә булышлыҡ итә, ә юғары сәнғәтте өйрәнеүселәр тормошта ҡулланыу даирәһенә хайран ҡала. Уникаль күргәҙмәне ойоштороусылар 19 ноябргә тиклем тамашасыларҙы Башҡортостандың милли музейына үҙенсәлекле көмөш һауыт-һаба коллекцияһы менән танышырға саҡыра.