Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курс студенттары өсөн ойошторолған адаптация лагеры тамамланды. Ике көн дауамында яңы уҡырға ингән егет-ҡыҙҙар юғары уҡыу йортоноң етәкселеге, корпустар, аудиториялар һәм студенттарҙың уҡыуҙан тыш тормошо менән яҡындан танышты.
Адаптация лагеры быйыл етенсе тапҡыр ойошторола. Уның программаһын юғары курс студенттары үҙҙәре төҙөгән. Яңы уҡыу йылына вуздың 4 факультеты, 6 институты һәм колледжы бакалавриат һәм специалитет йүнәлеше буйынса бер мең 735 студентты ҡабул иткән.
Лагерҙың һуңғы көнөндә университет ойошмалары менән танышыуҙан тыш, һәр команда ижади номерҙар әҙерләне. Шулай уҡ ойоштороусылар төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләп, бүләктәр таратты.