Өфөлә 1 сентябрь уңайынан йәштәр өсөн диско-тамаша ойошторолдо

Өфө-аренала «Студент яҙы» фестивалендә еңеүсе ижади коллективтар һәм һәүәҫкәр артистар иң яҡшы концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Йәштәрҙе белем көнө менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Байрамда БЮТ ижади төркөмө эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Май аҙағында Пермдә үткән Рәсәй студент яҙы фестивалендә Башҡортостан делегацияһынан 90 кеше сығыш яһаны. Улар вокал, хореография, арт-дизай, мода, театр йүнәлештәрендә һәләттәрен күрһәтеп 29 наградаға лайыҡ булды. Уҡыуҙан тыш ижадты, сәнғәтте яҡын күргән студенттар төбәк кимәлендәге конкурс-бәйгеләрҙән ситтә ҡалмай.

Баш ҡалала ойошторолған йәштәр дискотекаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Республика етәксеһе студенттарҙы һәм мәктәп уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотлап, уларға уңыштар.

Башҡортостанда 14 йәштән 35 йәшкәсә тиклем бер миллиондан ашыу кеше йәшәй. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында иң күп йәш граждандарҙы берләштергән төбәк булып тора.

Флорида Ким