Тәүге ҡыңғырау мөмкинлектәре сикләнгән 22 бала өсөн яңғыраны. Дөйөм алғанда, мәғариф учреждениеһында 250 уҡыусы белем ала. Каринэ Хәбирова байрам сараһында ҡатнашып, беренселәргә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Мәғариф учреждениеһына проектор һатып алыуға сертификат тапшырылды.
Былтыр мәктәп базаһында Даун синдромлы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн коррекция, консультация һәм уҡытыу ресурс үҙәге ойошторлғайны, быйыл эксперименталь класс асылды. Унда туғыҙ уҡыусы белем аласаҡ.