Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнөнә арналған сарала Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре , мәктәп уҡыусылары боевиктар ҡулынан һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Ил тарихында иң ҡурҡыныс фажиғәләрҙең береһе 19 йыл элек Бесландағы мәктәптә тантаналы линейка ваҡытында теркләә. Ул саҡта террорсылар 1100-ән ашыу кешене аманатҡа алып, өс көн дауамында ауыр шарттарҙа тота. Һөҙөмтәлә махсус тәғәйенләштәге хеҙмәткә бинаны штурм менән алырға тура килә.