Ошо уңайҙан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы. Тармаҡ белгестәре тимер юлы инфраструктураһында хәүефһеҙлек тураһында һөйләне.
Йыл башынан алып Башҡортостан биләмәһендәге тимер юлдарында 23 йәрәхәтләнеү осрағы теркәлгән. Производствонан тыш зыян күреүҙе иҫкәртеү мәсьәләһе көнүҙәк ҡала. Тимер юлы компанияһы вәкилдәре конференцияла ҡатнашыусыларға күңелһеҙ статистиканы кәметеү буйынса алып барылған эштәр тураһында һөйләне.
Тимер юлсылары ата-әсәләрҙе лә уяу булырға саҡыра. Балаларға тимер юлдарының үтә лә хәүефле булыуын аңлатыу мотлаҡ. 9 мең тоннаға тиклем йөк тейәгән составты ҡапыл ғына туҡтатыу мөмкин түгел. Тормоз юлы бер километрға тиклем һуҙыла. Ә юғары электр уты йүгергән сымдарҙан токтан һуғылыуың ихтимал. Хатта ике метр алыҫлыҡтан да йәрәхәт алыу ҡурҡынысы бар.