Евразия фәнни-мәғариф үҙәге студент ҡаласығында һауа торошо тикшерелә

Өфө дәүләт нефть техник университетында климат һәм тирә-яҡты күҙәтеү лабораторияһы эшләй. Тиҙҙән ул Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә урынлашасаҡ. Белгестәр карбон полигонына бәйле тикшеренеүҙәр үткәрә. Рәсәй Президенты указына ярашлы һауаны бысратыуҙы өйрәнгән биләмә беҙҙең республикала былтыр булдырылды. Студенттар пилотһыҙ авиация һәм йыһан күҙәтеүҙәре, шулай уҡ ерҙәге фәнни ҡорамалдар буйынса һауала углерод кимәлен баһалай. Бындай мәғлүмәт сәнәғәт ойошмалары, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтар өсөн кәрәк.