Ситтә булғанда ла, тыуған яҡ - йөрәк түрендә. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләренән Башҡортостанға мәжбүри күсенгән граждандар үҙҙәренең закондар сығарыу органы һайлауҙарында ҡатнаша ала. Ошо маҡсатта Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында экстерриториаль һайлау участкалары булдырылған.
Тауыш биреү 1 сентябрҙә башланды, 4 сентябргә тиклем дауам итә. «Связист» ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында ла тауыш биреү өсөн шарттар булдырылды. Ике йөҙҙән ашыу кеше партиялар исемлеге яҙылған бюллетень алып, Кесе Ватан киләсәген билдәләүҙә ҡатнашты. Майҙансыҡта ғәҙәттәгесә күҙәтеүселәр, хоҡуҡ һағындағылар эшләне. Тәртип боҙоуҙар теркәлмәне.
Ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында ойошторолған һайлауҙа яҡташыбыҙ Фәриҙә Попова ла ҡатнашты. 1974 йылда ҡатын ғаиләһе менән Иглин районынан Донецк халыҡ республикаһына күсенгән булған. Былтыр августа Башҡортостанға кире ҡайтҡан.