Башҡортостанда «Үҫеш биләмәһе» проектының яңы миҙгеле башланды

Мәктәп йәштәрен гражданлыҡ-патриотик тәрбиләүгә йүнәлтелгән»Үҫеш биләмәһе 4.0»мәғариф проекты республикала 2019 йылдан алып йыл һайын үткәрелеп килә. Яңы миҙгел Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында асылды. Унда республика район һәм ҡалаларынан 140 уҡыусы осрашты.

Мәғариф проекты «Һанлы хәрәкәт-йәштәргә яңы мөмкинлектәр»тигән билдә менән 2-4 сентябргә тиклем үткәрелә. Форумда ҡатнашыусыларға федераль һәм төбәк эксперттары менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Йәштәр шулай уҡ социаль проекттарҙы яҡлаясаҡ, резиденцияларҙа буласаҡ, нейроселтәрҙәр, робот техникаһы, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү, программалар менән тәьмин итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашасаҡ. Форум спорт һәм мәҙәни программа менән дә байытыласаҡ.