Әлшәй районы үҙәгендә быйыл төҙөлгән белем усағы тәүге уҡыусыларын ҡабул итте

Яңы уҡыу йылында яңы мәктәптә. Әлшәй районы үҙәгендә быйыл төҙөлгән белем усағы тәүге уҡыусыларын ҡабул итте. Бынан тыш Түбәнге Әүрез ауылында ла ремонттан һуң мәғариф учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өр-яңы мәктәптә тәүге ҡыңғырау яңғырай. Ошо мәлдә беренсе класҡа инеүселәрҙән нығыраҡ уларҙың ата-әсәләре тулҡынлана, моғайын. Көтөп алынған объект - өс ҡатлы мәктәп - район үҙәгенең Яңауыл микрорайонында йыраҡтан уҡ күренеп, балҡып тора.

Быға тиклем микрорайонда йәшәүсе балалар Раевка лицейына уҡырға йөрөгән. Белем усағы менән йорттарҙы трасса айыра. Шуға ла мәктәпкә йөрөүе хәүефле булған. Бынан һуң, борсолоуҙар артта ҡалды. Хәҙер балаларҙың үҙҙәренең яҡты, заманса белем усағы бар. Бындай мәктәп хатта ҡалаларҙа юҡтыр, тип маҡтана уҡытыусылар. Улар ҙа тәрбиәләнеүселәре менән бергә өр-яңы мәктәп тупһаһын тәүгә ашатлай.

Белем биреү учреждениеһы барлыҡ заманса талаптарға яуап бирә. Бында ҙур ашхана менән аш-һыу бешереү һәм һаҡлау блогы, тантаналар һәм ял зоналары бар. Аҙ мобилле граждандар өсөн шарттар булдырылған. Ә спорт залында шөғөлләнеүселәр юғары һөҙөмтәләр вәғәҙә итә.

Яңыртылған мәктәп ишектәре Түбәнге Әүрез ауылы уҡыусылары өсөн дә асылды. Мәктәпкә үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында нигеҙ һалынған. 20 йылдан ашыу капиталь ремонт эшләнмәгән.

Тантанала бина стенаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Айбулат Ғәбделмәновҡа таҡтаташ та асылды. Герой ҡиммәтәрен йәш быуын да уртаҡлаша. Яңы мәктәптә тик 5-кә генә уҡырға һүҙ бирә.

Мәктәптең эсе генә түгел, ихатаһы ла төҙөкләндерелгән. Фасады яңыртылған. Ғөмүмән, быйыл республикала тәртипкә килтерелгән белем усаҡтары күпкә артҡан.

Рәзилә Ғиниәтуллина