Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башын һалған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалда тәүге хәтер вахтаһы киске сәғәт етелә башланды. Бынан һуң, ҡарауыл һәр шәмбе үтәсәк, тип көтөлә. Яуаплы бурыс кемдәр иңенә төшкән? Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Совет Майҙанына йәш хәрбиҙәр тулы автобус елдерә. Почетлы ҡарауылға тороу бурысы Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернаты уҡыусылары иңенә төшкән. Дөрөҫөрәге, кадеттарына. Егеттәрҙең хәрби булыуы кейеме буйынса ғына түгел, ғорур ҡараш һәм тигеҙ һын буйынса аңларға була.
4 килограмлыҡ хәрби ҡоралды күтәреп тороу еңелдән түгел. Тик улар быға өйрәнгән. Ошолай ғына хәрби ихтыяр беленә. Тик бер мәл өсөн генә йылдар дауамында әҙерлек үткән. Тулҡынланыу әҫәре лә юҡ. Совет майҙанында - тарихи мәл. Генерал Шайморатов һәйкәле янына тәүге ҡарауыл күтәрелә.
Ҡарауылда 4 хәрби дежур итә. Сафта тороусылар 15 минут һайын алмашына. Почетлы ҡарауылға кадеттар ябай түгел, парад кейемендә сыға.
Хәтер вахтаһында тороу өсөн иң яҡшы кадеттар ғына һайлап алынған. Әлегә тик 11 класс уҡыусылары ғына сафта торасаҡ. Яҡын арала яуаплы бурысҡа бәләкәйерәк кадеттарҙы әҙерләйәсәктәр. Уҡыуҙа алдынғылыҡ, тәртип һайлап алыуҙа төп сифаттарҙың береһе булған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында яңы йолаға нигеҙ һалыныуын уҙған аҙнала хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, хәтер урыны баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының яратҡан урынына әүерелде. Ә почетлы ҡарауыл Ватан һаҡсыларына хөрмәт билдәһе.
Рәзилә Ғиниәтуллина