Сара ошо көндәрҙә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркында уҙа. Унда 13-18 йәшлек 140 егет һәм ҡыҙ сығыш яһай. Радий Хәбиров балалар менән аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Форум барышында үҫмерҙәр социаль башланғыстарын тәҡдим итте. Сибай ҡалаһынан мәктәп уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләргә ярҙам итеү проекты менән таныштырҙы. Ул беренсе урын алды. Еңеүселәрҙе форум авторы һәм “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова бүләкләне.