Өфөнөң Дим районында яңы мәктәп төҙөлә

Бөгөн Республика хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығын  һайларға  ҡушты. - Район йылдам үҫешә. Күп йорттар төҙөлә, йәш ғаиәләләр  күп.  Уларға  яңы  мәктәп кәрәк. Дим районында  белем усағы  төҙөлөшөнә  айырыуса  иғтибар булырға тейеш, - тине ул.