Башҡортостандың 14 районында ураҡ тамамлана

Баҫыуҙарҙың 70 проценттан ашыуында эш теүәлләнгән. 27 районда план 50 процентҡа үтәлгән.  1 миллион 240 мең гектарҙа иген һуғып  алынған. 2 миллион  ярым тонна ашлыҡ келәттәргә  һалынған. -Тағы 1 миллион тонна уңыш алыу көтөлә, тип белдерҙе  Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Ураҡ менән бер рәттән ужым сәселә. Бөгөнгә 240 мең гектарҙа эш башҡарылған.