«Патриот» паркында 3 көн дауам иткән «Үҫеш биләмәһе» балалар форумы тамамланды

Шишмә районындағы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында 3 көн дауам иткән «Үҫеш биләмәһе» балалар форумы тамамланды. Сарала республика район-ҡалаларынан 140 уҡыусы ҡатнашты. Йәкшәмбе форумда ҡатнашыусылар менән осрашыуға республика башлығы килде. Форумдың иң яҡшы социаль башланғыстар авторы Радий Фәрит улын үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы. Төбәк етәксеһе йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һөйләне. Башҡортостан башлығы шулай уҡ егет-ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

Мәғариф проекты «Һанлы хәрәкәт - йәштәргә яңы мөмкинлектәр» лозунгы аҫтында үтте. Форумда ҡатнашыусылар өсөн федераль һәм төбәк эксперттары менән осрашыуҙар ойошторолдо. Йәштәр шулай уҡ социаль проекттар буйынса фекер алышты, төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Форум спорт һәм мәҙәни программа менән дә байытылды.

Форумда беҙҙе социаль проекттар өҫтөндә эшләргә өйрәттеләр, Бик файҙалы һәм фәһемле фекерҙәр ишеттек.

Анастастия Слюсаренко, форумда ҡатнашыусы, Межгорье

Беҙҙе бик яҡшы алдылар. Кураторыбыҙ, тиҫтерҙәребеҙ менән аралашыу бик күңелле булды. Бында тупланған белем киләсәктә ярҙам итер, тип ышанам.

Таисия Калмацкая, форумда ҡатнашыусы, Межгорье