Был тема республика хөкүмәтендә күтәрелде. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов фестивалде 2-3 көн буйы уҙғарырға тәҡдим итте. Предприятиелар һәм фермерҙарға продукцияһын күберәк һатыу, киңерәк танытыу мөмкинлеге була. Башланғысты Радий Хәбиров хупланы. 11-се "Һөт иле" фестивале 2 сентярҙә уҙғарылды. Унда 60 меңдән ашыу кеше килде.