Мәғариф учреждениелары комплекслы яңыртылып, заман талаптарына яраҡлаштырылған. Уҡыу процессын ойоштороу өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырылған. Саҡты һәм Салмалы ауылдарында белем алыусылар һәм педагогик коллективтың шатлығын Дәүләт думаһы депутаты Рима Баталова ла уртаҡлашты. Дөйөм алғанда, ике объектта төҙөкләндереү эштәре башҡарыуға туҡһан миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгәйне.