Өфө янында ҡош киҙеүе тулыһынса бөтөрөлгән

Был турала  республика ветеринария буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Ауырыу ҡоштар юҡ  ителгән. Әле предприятие биналарында дезинфекция эшләнә. Өфө районындағы предприятиела ҡош киҙеүе август башында асылды. Яҡын ауылдарҙағы ҡош-ҡортҡа  прививка  эшләнде.