Республика Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәрҙә ремонтты тиҙ арала тамамларға ҡушты

 - Бурыс үтәлде. 1 сентябрҙә балалар мәктәпкә барҙы. Әммә ҡайһы бер урындарҙа етешһеҙлектәр бар. Улар бөтөрөлөргә тейеш, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда  мәктәптәрҙе ремонтлау буйынса федераль программа ғәмәлгә ашырыла. Быйыл уның буйынса 77 бина төҙөкләндерелде, 4 миллиард 300 миллион һум аҡса тотонолдо.