Радий Хәбиров үҙ ирке менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланырға ҡарар иткән Башҡортостан башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Салауат Юлаев исемендәге икенсе башҡорт батальонының буласаҡ хәрбиҙәренә ул уңыштар һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәп тыуған яҡҡа ҡайтыуҙарын теләне. «Һеҙ еңел булмаған ҡарар ҡабул иттегеҙ. Батырлығығыҙ һәм Ватан һағына баҫырға теләүегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Беҙ мотлаҡ рәүештә ғаиләләрегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ярҙам итәбеҙ. Һеҙ ҡайтҡас, бергәләп тыуған республикабыҙ мәнфәғәтенә эшләрбеҙ» тине Радий Хәбиров.