Был турала бөгөн республика башлығы эшсе төркөм менән осрашыу барышында белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, августа иман йортонан ҡолап төшкән манара көмбәҙе урынына яңыһы ҡуйылғайны. Ошо уҡ ваҡытта Радий Хәбиров төҙөлөштө тергеҙеү буйынса штаб булдырып проект-смета документацияһын ҡарарға, өҫтәмә экспертиза үткәрергә ҡушты.
Бөгөн проект офисы әҙер. Уға премьер-министр урынбаҫары, төҙөлөш һәм ер эшенә бәйле ведомство вәкилдәре, Өфө ҡала хакимиәте вәкилдәре ингән. Киләһе осрашыу сентябрь урталарына билдәләнгән. Аҙна-ун көн эсендә «Әр-рәхим» мәсете буйынса тулы отчет әҙерләү бурысы ҡуйылған.