Республика йәмәғәтселеге башҡорт балетын донъя кимәлендә танытҡан Тамара Хоҙайбирҙинаны иҫкә алды

Профессор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы иҫтәлегенә арналған хәтер һәм хөрмәт саралары сиктәрендә бөгөн Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында күргәҙмә лә асылды. Сарала Тамара Шәһит ҡыҙында белем алыусылар, билдәле сәнғәт әһелдәре, бергә эшләгән коллегалары, замандаштары ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Шәһит Хоҙайбирҙин яҙған шиғыр бөгөн буласаҡ актерҙар һөйләүендә яңғыраны. Башҡорт журналистикаһы юлбашсыһының йорт-музейында киң йәмәғәтселек уның ҡыҙың да хөрмәтләп иҫкә алды. Осрашыу асыҡ форматта үтте. Шуға ла һөйләшеү йөкмәткеле лә, иҫтәлекле лә булды.

Ошонда уҡ Тамара Хоҙайбирҙинаның 100 йыллығы уңайынан танылған балеринаның шәхси әйберҙәрен торған күргәҙмә лә ойошторолдо. Осрашыу барышында ул башҡарған бейеүҙәрҙән өҙөк тә күрһәтелде. Уның аша башҡорт милли хореографияһының матур йылъяҙмаһына байҡау яһалды.

Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында ойошторолған күргәҙмә сиктәрендә балет йондоҙоноң бүлмәһе лә махсус йыһазландырылған.

Профессиональ башҡорт балеты башланғысында торған Тамара Хоҙайбирҙинаның яҡты иҫтәлегенә арналған күргәҙмә сентябрь аҙағына тиклем эшләй. Бөгөн уның киң яҡлы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға бер төркөм буласаҡ балет артистары ла килде.

Азат Ғәлиуллин