14 йәшлек үҫмер ата-әсәһе өйҙә юҡ саҡта, дуҫы менән атаһының автомобилендә йөрөп килергә була. Хәүефһеҙлек ҡайыштарын беркетмәгән малай 10-сы модель ВАЗ автомобилендә юл ситенә сығып түңкәрелә һәм алғы тәҙрәнән осоп сығып һәләк була. Уның класташ пассажиры ҡайышын беркетеп ултырғанға күрә еңелсә йәрәхәттәр менән сикләнә. Һәләк булған 8-се синыф уҡыусыһы быйыл мопед водителе булараҡ та автоинспекторҙар иғтибарын йәлеп иткән булған. Ул саҡта баланың атаһына ҡарата административ протокол төҙөлә. Осраҡ буйынса тикшереү бара.