Радий Хәбиров башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән грант конкурсында ҡатнашырға саҡырҙы

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Республикала башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Был эштә халыҡтың дә әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Туған телендә ихлас аралашҡан, уны яратҡан һәм был һөйөүҙе таратырға ынтылған әүҙем кешеләрҙе дәртләндерергә булдыҡ тип яҙа Башҡортостан башлығы.

1 сентябрҙән физик шәхестәр өсөн конкурс иғлан ителде. Унда 18 йәшен тултырған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Төп талап конкурсҡа тәҡдим ителгән проекттар башҡорт телен, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы, бөгөнгөһөн популярлаштырыуға йүнәлтелергә тейеш. Грант күләме 200 мең һум. Ғаризалар 30 сентябргә тиклем ҡабул ителә.