Был ике меңгә яҡын гараж һәм кәмендә улар урынлашҡан 3 мең ер участкаһы. Ябайлаштырылған тәртип нормалары менән йышыраҡ Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Өфө ҡалаларында һәм Өфө районында йәшәүселәр файҙаланған. «Гараж амнистияһы» тураһындағы закон граждандарға 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем гараж тәғәйенләнешендәге объекттар һәм улар ултырған ер участкаларына милек хоҡуғын ябайлаштырылған тәртип буйынса алыу мөмкинлеге бирә. Һүҙ капиталь төҙөлөш объекттары һәм гараж-төҙөлөш кооперативтарында урынлашҡан биналар тураһында бара.