Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға 3 меңдән ашыу кеше ҡушылырға теләк белдергән

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, әле подразделениеға 310 кеше ҡабул ителгән.   Республика Башлығының  Милли гвардия ғәскәрҙәре менән хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин белдереүенсә, беҙҙең күп милләтле төбәк һәр ваҡыт Ватан һаҡсылары, геройҙары менән дан тотҡан. Батальондың үҙәк штабы Өфөлә  урынлашҡан.  Шулай  уҡ  Стәрлетамаҡ, Туймазы  ҡалаларында һәм Малаяҙ ауылында филиалдары булдырылған. Кандидаттарҙың йәше 55-тән артмауы, яҡшы  физик  әҙерлектә  булыуҙары  шарт.