Был турала төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Баланың ата-әсәһе ашығыс медицина ярҙамын сабый эсе ауыртыуға зарланғас саҡыра. Ҡорһаҡ ҡыуышлығына рентген үткәргәндә табиптар баланың эсендә тимер бөртөксәләре булыуын асыҡлай. Сабый организмынан диаметры 3 миллиметрлыҡ 10 бөртөксә сығарыла. Магнит бөртөксәләре - хәүефле уйынсыҡ. Эсәккә эләккәндә улар бер-береһенә тартылып некроз, перитонит һәм сепсисҡа сәбәпсе булыуы ихтимал.