Ҡаҙанлыҡтар ремонтлана һәыу һәм йылытыу селтәрҙәренә һынау үткәрелә. Торлаҡ коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре киләһе ҡышты аварияһыҙ эшләргә өмөтләнә. Тулыраҡ Баймаҡ ҡалаһынан әҙерләнгән яҙмала.
Ҡаланың күп ҡатлы йорттарын, социаль объекттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итеү Йылылыҡ селтәре ойошмаһы иңендә. Көҙгө-ҡышҡы миҙгелде аварияһыҙ үткәреү өсөн селтәрҙең төҙөк, техник талаптарға яуап биреүе шарт. Әлеге мәлдә икенсе ҡаҙанлыҡта ремонт эштәре бара. Хеҙмәткәрҙәр йылытыу системаһына гидравлик һынау үткәреүгә йыйына.
Баймаҡ йылылыҡ селтәрендә заманса өс ҡаҙанлыҡ күп фатирлы 82 йортто, 6 социаль һәм 3 стратегик объектты хеҙмәтләндерә. Ойошма әле көсөргәнешле режимда эшләй. Ике бригада Салауат Юлаев проспекты 19,1 һәм Юбилей урамы 13 йорттары янындағы биләмәләрҙә етешһеҙлектәрҙе бөтөрә.
Норматив буйынса, һауа температураһы 5 көн дауамында 8 градустан түбән булһа, йорттарға йылы ебәреләсәк. Ҡышҡы миҙгелгә аяҡ баҫыу алдынан, ойошма хеҙмәткәрҙәре лә белемдәрен камиллаштыра. Улар хеҙмәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтләндереү буйынса уҡыу курсы үтә.
Альбина Байегетова