Башҡортостан Росреестрҙың «Туризмға ер» проектын тормошҡа ашырыу буйынса икенсе урын яуланы

Башҡортостан Росреестрҙың «Туризмға ер» проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урын яуланы. Республикала 600 гектарҙан ашыу майҙанда туристик эшмәкәрлеккә йәлеп итерлек 11 ер участкаһы асыҡланған. Перспективалы биләмәләр Мәләүез, Ғафури, Баймаҡ, Дәүләкән, Салауат райондарында, Күмертау һәм Өфө ҡалаларында урынлашҡан. Өфө биләмәһендәгендә эш башланған да инде. Асыҡланған участкалар исемлеге даими тулыланып тора.

Асыҡланған барлыҡ участкалар ҙа рәсми кадастр картаһында күрһәтелгән. Улар менән ҡыҙыҡһынған һәр кем, шул иҫәптән инвесторҙар аҙ таныша ала. Картанан туристик биләмәнең урыны, майҙаны, унда инженер селтәрҙәр булыу-булмауы, инфраструктура объекттарына яҡынлығы, һуңғы ике йылда объектта булған туристар һанын да белергә мөмкин.

Наталья Шаһиева, РОСРЕЕСТР-ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы