Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда һуҡыр һәм насар күргән граждандар өсөн махсуслаштырылған биш һайлау участкаһы эшләйәсәк. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет һәм Бәләбәй ҡалаларында урынлашҡан. Был һайлау участкалары яуаплы кампанияға етди әҙерләнгән. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы эшсе төркөм ағзалары шундай фекерҙә. Махсуслаштырылған һайлау участкалар мөмкинлектәре менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.
208 - се һайлау участкаһы Өфө медицина колледжы бинаһында урынлашҡан, уның студенттары араһында күреү һәм ишетеү һәләте сикле булған балалар ҙа бар. Шуға ла был уҡыу йортонда инвалидтар өсөн дә барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Берҙәм тауыш биреү көнөнә лә улар бик етди әҙерләгән.
Рихард Зорге урамындағы участканың сәйәси кампанияға әҙерлеге менән Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы эшсе төркөм ағзалары танышты. Уларҙың иғтибары инвалидтарҙың тауыш биреү бинаһына иркен инеү урынына йүнәлтелде. Махсуслаштырылған участкала һуҡыр һәм насар күргән һайлаусылар махсус трафареттар һәм ҙур шрифт менән эшләнгән мәғлүмәт материалдары менән файҙалана аласаҡ.
10-сы сентябрҙә Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тағы ла бер урын булдырыла. 112- се һайлау участкаһы республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы инвалидтар ижады йорто бинаһында урынлашҡан. Был участка пандус һәм тотоноп менеү өсөн ҡулайлама менән йыһазландырылған.
Ҡаланың был өлөшөндә һуҡыр кешеләр күп йәшәй. Һайлау участкаһы менән йәнәш Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең республика бүлексәһе, Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы урынлашҡан. Шуға ла һайлау участкаһына юл һайлаусыларға яҡшы таныш.
Илдар Байбулатов