Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Эштәр "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы алып барыла. Әле төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша.  ФАП 400-ҙән ашыу  кешене хеҙмәтләндерәсәк. Ауырғазы  районында  милли  проект буйынса 6-сы  фельдшер-акушер пункты төҙөлә. Быйыл  республикала  75 яңы  ФАП асыу  маҡсаты  ҡуйылған.